logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Почта – шоу

24 ноябрь Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда “Почта – шоу” исемле ҙур сара уҙғарылды. Сараға оҙаҡ йылдар күпләп журнал, газеталарға яҙылған, әлеге көндә лә матбуғаттан айырылмаған ауылдың әүҙем кешеләре саҡырылды. Кисә ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле башҡарыуында “Почтальон” йыры менән башланып китте. Шулай уҡ Сибай ҡалаһы почтампы начальнигы Гайсина Лилиә Флюр ҡыҙы һәм Хәйбулла районы почта начальнигы Кузнецова Наталья Ивановнаның да ҡатнашыуы сараның бәҫен күтәрҙе.

Лилиә Флюр ҡыҙы әлеге көндәлә күпләп газета, журналдарға яҙылыусылырға рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Атингән ауылы хакимиәте башлығы Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы изге теләктәрен әйтеп үтте. Саҡырылған ҡунаҡтарға ауыл почтальоны Фәхирә Булатовна рәхмәт әйтеп бүләктәр тапшырҙы.

Яратып уҡыған газета, журналдарыбыҙға байҡау яһап викторина үткәрелде. Байрам йыр-моң, бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Ә инде кисә тәмлекәстәр менән һығылып торған өҫтәл артында бергәләшеп сәй эсеү менән тамамланды.