logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Атайлы йорт – ҡотло йорт!

7 ноябрь атайҙар көнөнә арналған “Атайлы йорт – ҡотло йорт, атайлы йорт – йырлы йорт” тип исемләнгән мауыҡтырғыс күңелле тамаша булып үтте. Башҡорт халҡы элек – электән илдең терәге – ир-егет, ғаилә терәге атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Шуға күрә лә ир-егеткә – ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән.

Атай. Был һүҙҙә тәрән мәғәнә ята. Атай кеше эшендә – ихтирамлы, өйөндә -ышаныслы терәк булһа, ғаилә ағзаларына күңел тыныслығы килтерһә, абруйлы кеше иҫәпләнә. Атайҙарға арналған сара Урал ағай Торомтаев башҡарыуында халыҡ йыры “Азамат” менән башланып китте. Лена Фуат ҡыҙы барлыҡ атайҙарҙы байрам менән ҡотлап һаулыҡ, ғаилә именлеге теләне.

Тантаналы өлөштән һуң атайҙар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар үткәрелде.Улар үҙҙәренең бала саҡтарына ҡайтып әйләнделәр. Бала саҡта нисек уйнағандарын сәхнәләштереп күрһәттеләр, бәпесте йырлап йоҡлаттылар. Картуф әрсеп, сәс үреп тә ярыштылар. Сара аҙағында еңеүселәрҙе билдәләп, уларға иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Тамаша барыһынала бик оҡшаны.