logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Илгә матурлыҡты, ергә батырлыҡты һеҙ бирәһегеҙ ғәзиз Әсәйҙәр

27 ноябрь Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда Әсәйҙәр көнөнә арналған “Илгә матурлыҡты, ергә батырлыҡты һеҙ бирәһегеҙ ғәзиз Әсәйҙәр” исемле күңелле тамаша үткәрелде. Лена Фуат ҡыҙы әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап иң әүҙем, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән әсәләргә, Атингән ауылы хакимиәте башлығы ебәргән рәхмәт хатын тапшырҙы.Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Фәниә апай Арсланова изге теләктәрен әйтеп, үҙе ижад иткән матур шиғырын бүләк итте.Ҡотлауҙарҙан һуң, әсәйҙәр тырышлыҡ та, етеҙлек тә, уңғанлыҡ та, оҫталыҡ та талап иткән ярышта үҙ көстәрен һананылар. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кисә бергәләшеп тәмле сәй эсеү менән тамамланды.