logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Түшелдеректәр

Заман тәгәрмәсе елдәй елеп, көн һайын түгел, сәғәт һайын үҙгәрештәр кисергән бөгөнгө тормошта үҙ рухыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға тырышып йәшәй 1-се Мырҙа ауылы ағинәйҙәре. Башҡорт халҡы элек-электән үҙенең оҫталары менән дан тотҡан. Милли кейемдәр башҡорт халыҡ ижадының ҡомартҡыһы булып тора. Традицион башҡорт кейеме- кешенең ниндәй милләттән икәнен асыҡ күрһәтеп тора. Кейемдәрҙе теккәндә күберәк ҡыҙыл, йәшел, күк, ҡара төҫтәрҙе ҡулланғандар. Башҡорт ҡатын – ҡыҙ костюмының үҙәге булып төрлө биҙәүестәр менән биҙәлгән күлдәк тора. Ҡатындарҙың күлдәгенең төп элементы булып түшелдерек торған, уны хәҙер селтәр ҙә тиҙәр. Ул түштең асыҡ ерен ҡаплаған. Түшелдеректәрҙең формалары төрлө ерҙә төрлөсә эшләнгән, оҙон, ҡыҫҡа, өсмөйөш, түңәрәк булған. Уларҙы төрлө узорҙар, тәңкәләр менән биҙәгәндәр. Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың кәсеп-һөнәрҙәре кире тергеҙелә башланы. Әйтәйәк, селтәр, ҡашмау, һаҡал һымаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен эшләү киң таралды. Ағинәйҙәребеҙ ауылда үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнайҙар, ауылым тип янып йәшәйҙәр. Былтыр һәр беребеҙгә күлдәк тектереп кейҙек, быйыл түшерелдерек эшләнек. Түшелдеректәрҙең ҡайһыһын ғына ҡараһаҡ та,   һәр береһе үҙенсә матур килеп сыҡты. Хаҡлы ялда булһалар ҙа күҙ күрмәй тип тә торманылар, хатта мәрйендәр менән биҙәп эшләнеләр.