logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Экологик өмә

28 апрель көнөндә 1-се Мырҙа ауылында экологик өмә ойошторолдо. Ауылыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмағандар, эш ҡоралдарын тотоп, өмәгә ашыҡты. Күмәкләп ауылыбыҙҙың “баш коҙоҡ” тирәһен, ауыл мәсетенең тирә-яғын таҙарттыҡ. Йыйылған сүп-сарҙы ,ҡороған ағастарҙы Ниғәмәтов Наил менән Ниғәмәтов Фаил тракторҙары менән түгеп торҙо. “Күмәкләгән яу ҡайтарған”- тип белмәй әйтмәйҙәр шул,һәр кем эшләгән эшләреннән ҡәнәғәт булып таралышты. Өмәлә ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәтемде белдерәм.