logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Алтын юбилярҙар

Урыҫбай ауылында йәшәүсе Ғәйнелхаҡ һәм Рәйлә Исҡужиндар ошо көндәрҙә үҙҙәренең бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләй.

Исҡужиндарҙы Алтын туйҙары менән ҡотлап, уларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән котлау сәләме һәм бүләктәр тапшырылды.

Ғәйнелхаҡ Әбделғәлим улы һәм Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы 6 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың 24 ейән-ейәнсәре, 2 бүләсәләре бар. Исҡужиндар ауылдың күркәм, абруйлы һәм хөрмәтле ғаиләһе. Ғәйнелхаҡ Әбделғәлим улы оҙаҡ йылдар колхозда эшләй, ауыл тормошоноң йәмәғәт тормошонда һәм урындағы үҙидаралыҡта актив ҡатнаша: ауыл старостаһы булды, әле ауыл Советы депутаты.

Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһы мағәриф отличнигы, хаҡлы ялға сыҡҡансы Урыҫбай ауылында балаларға башланғыс белем бирҙе. Алтын туйҙарын билдәләүсе Исҡужиндар ғаиләһенә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәрәкәт теләйбеҙ!