logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Балаларҙың шат тауыштары

Балаларҙың шат тауыштары

1 июнь көнө Аҡьюл ауылында балалар ата-әсәләр менән берлектә Зәйем буйына ял итергә сыҡты. Өй беренсә йөрөп ҡолғаға бәйләнгән бүләктәрҙән балалар бик ҡәнәғәт ҡалды. Урманда улар рәхәтләнеп ял итте, уйнанылар, көлдөләр. Баларҙың шат тауышынан тирә-яҡ яңғырап торҙо, уларҙың уйнауына ҡыҙыҡһынып ололар үҙҙәре лә йүгерешеп уйнап алдылар. Һәр-кем матур итеп ял итте, балалар каникулдарының күңелле башланыуына ныҡ шатландылар. Йәйгеһен бер-береһенә яҡшы ял итеүҙе теләп, күтәренке кәйеф менән таралыштылар.