Шәжәрәңде беләһеңме?
Шәжәрәңде беләһенме?
Һәр нәҫел үҙенең шәжәрәһен ҡәҙерләп һаҡлаған, быуындан быуынға тапшырып килгән. Ырыу шәжәрәһен юғалтыу ҙур хурлыҡ булып иҫәпләнгән һәм ырыу берҙәмлеге принциптарын, ата-бабалар иҫтәлеген онотоу кеуек аңлатылған.
14 июль мәҙәниәт йортонда “Шәжәрәңде беләһеңме?” исемле балаларҙы үҙ нәҫел-нәсәптәре менән таныштырыу үткәрелде. Балалар Баймырҙиндар, Дәүләтбирҙиндар, Хаббиндар, Дәүләтбаевтар, Торомтаевтар, Аҡбалиндар шәжәрәләре менән танышты, бик ҡыҙыҡһынып, үҙҙәренең ата-бабаларының исме-шәрифтәрен хәтерендә ҡалдырырға тырыштылар.