Балаларҙы музей менән таныштырыу
Музей менән танышыу
16 июль Байғусҡар мәҙәниәт йортонда балаларҙы музей менән таныштырыу ойошторолдо. Боронғо һауыт-һабалар, ҡул эштәре – сигелгән әйберҙәр, ағастан һырлап эшләнгән боронғо көҙгө, ағас сумаҙан, көнкүреш әйберҙәре – ос һәнәк, тирмән, ағас тырма, боронғо сәғәт, үтек, патефон, радио һәм башҡалар менән ихлас таныштылар. Балалар ҡыҙыҡ күреп урындыҡта теҙелеп ултырып фотоға төштөләр, үҙҙәре теләгән һорауҙарға яуап алдылар.