logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

” Науруз” байрамы

 

Борон- борондан мосолмандар тормошта иң мөһим ваҡиғаларҙы ихлас күңелдән билдәләп үтә торған булған. Науруз байрамы ла шундай йолаларҙың береһе. “Науруз” – фарсы һүҙе, ” яңы көн” тигәнде аңлата, төн менән көн яҙғы тигеҙләшкән осорона тап килә ул. Был байрам урамда йыр-бейеү, уйын- ярыштар, байрам сәйе ойошторола. Ил- йортҡа тыныслыҡ, ҡырҙарға мул уңыш, мал – тыуарға үрсем теләйҙәр. Бер-береһенә иң изге теләктәрен әйтәләр был байрамда.

25 март Һаҡмар – Наҙарғол ауылында, урамда ” Науруз” байрамы үткәрелде. Клуб алды дәртле музыка, балаларҙың шат тауыштары менән яңғырап торҙо. Ололарҙа ҡоймаҡ-бәлештәрен, бешергән тәмлекәстәрен алып байрамға сыҡты. Байрам алып барыусының Науруз байрамына арналған шиғыр юлдары менән башланып китте. Илгә именлек, хәйерле уңышлы йылдар, мал-тыуарға үрсем теләп, хәйер таратылып доға бағышланылар. Яҙ тураһында һынамыштар әйттеләр йомаҡтар ҡойҙолар , йыр – шиғырҙар конкурсы ойоторолды. Артабан төрлө уйын- ярыштарҙа ололар ҙа , балалар ҙа бик әүҙем ҡатнаштылар. Һәр уйын һайын еңеүселәргә бүләктәр таратылды. Байрамда иң отҡор, сөс, дәрле , тырыш ҡыҙ Гөлсәсәк Шәрипова Наурузбикә итеп һайланыла. Түңәрәк тирәләй Наурузбикә менән уйнап – бейеп , мул табын артында байрам сәйе менән күңелле байрам йомғаҡлана.