logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Йәйләү” лагерында Театр көнө

5 июль “ Йәйләү” лагерында Театр көнө үткәрелде. Ял итеүсе балалар менән осрашыуға Район мәҙәниәт йортоноң “Таналыҡ” халыҡ театры режиссёры Ғәлиә Әхмәт ҡыҙы Таһирова, Сибай сәнғәт колледжының театр бүлеге студенткаһы Фидәлиә Юлай ҡыҙы Ҡоҙабаева, 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусылары Рәсембәтова Айгөл Рәшит ҡыҙы, Нураева Әлиә Кәбир ҡыҙы, 2-се Аҡъяр мәктәбенең 7б класы уҡыусылары – “Кәрәҙ” мәктәп театры артистары (етәксеһе Йәнйегетова Ләйсән Зәкир ҡыҙы) килделәр. “Йәйләү”ҙәр һәм өлкән тәрбиәсе Рәйфә Искәндәр ҡыҙы Түләбаева ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршы алдылар.
Театр көнөнә арналған сараны Айгөл Рәшит ҡыҙы бик бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп ойошторған.Ғәлиә Әхмәт ҡыҙы театр донъяһы, театр сәнғәтенең үҙенсәлектәре менән таныштырғандан һуң, төрлө мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, уйындар менән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Балалар импровизация алымы менән әкиәт тә сәхнәләштереп ҡаранылар. Фидәлиә Юлай ҡыҙы әңгәмәһен үҙе менән таныштырыуҙан, нисек театр бүлеге студенты булып китеүе турһында һөйләүҙән башланы, артабан Сибай сәнғәт колледжының театр бүлеге менән таныштырҙы, уҡырға килергә саҡырҙы. Уҡыусылар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауға яуап алдылыр буласаҡ актрисанан. Артабан Фидәлиә һылыу “йәйләү”ҙәргә гримм һалырға өйрәтһә, Әлиә Кәбир ҡыҙы уларға аквагримм эшләне һәм уны эшләү серҙәрен төшөндөрҙө. Сараның йомғаҡлау өлөшөндә “Йәйләү”ҙә ял иткән балалар менән бергә “Аҡсарлаҡ”лагерында ял иткән балаларға ла “Кәрәҙ” мәктәп театры яҡташыбыҙ Фәрзәнән Аҡбулатованың “Атай икмгә” әҫәре буйынса спектакль күрһәтте.
Был күркәм осрашыу ҙа “Йәйләү” лагерында ял итеүсе балаларҙың тормош китабына матур иҫтәлек булып яҙылды.