logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Бейеүҙәрҙә сикһеҙ дала

29 апрель, Халыҡ-ара бейеү көнөндә Степной ауылы мәҙәниәт йортонда “Бейеүҙәрҙә сикһеҙ дала” башҡорт бейеү коллективтары араһында район бәйгеһе үтте. Был бәйге өсөнсө йыл рәттән бейеү сәнғәтен үҙ иткән, яратҡан, уға тоғро ҡалған бейеүселәрен һәм тамашасыһын йыя. Барлығы 7 ауылдан 10 коллектив 2 категория буйынса: 17 йәшкә тиклемге һәм 17 йәштән өлкән коллективтар ҡатнашты. Шулай уҡ Рәсәйҙә Ғаилә йылына ҡарата бәйгелә ғаиләләрҙә бейеүҙәрен тамашасыға бүләк иттеләр. Бәйгенең төп бағыусыһы- Акьяр ауыл биләмәһе. Баһалама ағзалары: Иштанова Г.Г- Район мәҙәниәт йортоноң методик бүлек етәксеһе, Тулубаева Ф.В.-Акьяр балалар сәнғәт мәктәбенең “Йондоҙсоҡ ” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе, Вәлиева А.Г. – Район мәҙәниәт йортоноң “Сиҙәм ” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе. Шулай итеп, Гран-при: Әбүбәкир ауыл мәҙәниәт йортоноң “Хазина” ғаилә ансамблендә! I урын – Бурибай балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү коллективына, Макан ауылы мәҙәниәт йортоноң “Йәшлек ” бейеү коллективына. II урынды Степной ауылы мәҙәниәт йортоноң “Йәйғор ” бейеү ансамбле һәм Мәмбәт ауылы мәҙәниәт йортоноң “Туржы ынйылары” бейеү коллективы бүлеште. III урынды Макан ауылы мәҙәниәт йортоноң “Тамсылар”, Юлбарыҫ ауылы мәҙәниәт йортоноң бейеү коллективы һәм Степной ауылы мәҙәниәт йортоноң “Ҡараһыу ” бейеү коллективы алдылар. Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһе (Степной ауылы) “Ғаилә династияһы ” һәм “Тәүге азымдар” номинацияһына лайыҡ булдылар. Первомайка ауылы клубының “Әхирәттәр” бейеү коллективы “Халыҡ бейеүҙәренә тоғролоҡ ” һәм “Тамашасы һөйөүе” номинацияларын алдылар. Шулай уҡ бик күп номинациялар, бүләктәр тапшырылды. Бейер өсөн сикһеҙ дәрт-дарман ғына етмәй, ә бейеү сәнғәтен, сәхнәне йәнең-тәнең менән яратыу, бейеү нескәлектәрен, һәр бер хәрәкәтте ентекле өйрәтеүсе остаз кәрәк. Шул остаздарыбыҙга ҙур рәхмәт: Көнһылыу Коланбаева, Миңзифа Таһирова, Фәниә Нураева, Гөлдәр Ҡәйепов, Вәсилә Мәмбәтов, Әлфиә Ультракова, Дилә Ниғәмәтова, Земфира Байгужина, Зарина Байдәүләтова. Афариндар!