logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ғатаулла ишан иҫтәлегенә арналған йыйын

Хәйбулла районында өсөнсө тапҡыр күренекле дин әһеле, мәғрифәтсе, ишан Ғатаулла Әбделмалик улы Әлибаевтың иҫтәлегенә арналған йыйын уҙҙы!

Сара Вәлит ауылы янында, ишан ерләнгән мосолман зыяраты эргәһендә ниәтләнһә лә, ямғыр булыу сәбәпле ауыл клубында үтте. Изге ниәт менән күренекле дин әһелен хөрмәтләп иҫкә алырға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән мосолман ҡәрҙәштәр йыйылды. Был йыйын һуңғы тапҡыр 2017 йылда уҙғарылған ине.
Быйылғыһы Вәлит ауылы халҡы, Хәйбулла районы мосолмандары, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты һәм Хәйбулла районы хакимиәте инициативаһы һәм булышлығы менән ойошторолдо. Сара сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция үтте, билдәле дин әһеле хаҡында мәғлүәмәттәр яңғыраны, тәҡдимдәр индерелде. Һуңынан барлыҡ сарала ҡатнашыусылар мәшһүр затыбыҙҙың ҡәберлегенә зыярат ҡылды. Йыйын донъялар именлегенә арнап салынған ҡорбан ашы менән тамамланды.

Белешмә: Ғатаулла Әбделмалик улы 1836 йылда Вәлит ауылында тыуған. Вәлит ауылы мәсете ҡарамағындағы мәктәптә башланғыс дини белем ала. Зәйнулла Рәсүлев менән бергә Истанбулда уҡыуын дауам итә. Тыуған яғына ҡайтҡас мәҙрәсә аса, Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтенең тәғлимәтен уҡыта. Консерватив ҡарашлы дин әһелдәре тарафынан уҡыуҙа яңы ысулдар индереүҙә ғәйепләнә. 1873 йылда властар тарафынан Зәйнулла Рәсүлев менән бергә Вологда губернаһына һөргөнгә ебәрелә.
1881 йылда туған яғына ҡайта һәм үҙенең мәҙрәсәһендә эшләй. Мосолман мәғарифын реформалауҙа (йәдитселек) әүҙем ҡатнаша.
Хаж ҡыла. Дауалау эше менән шөғөлләнә, әүлиә булараҡ таныла.
Туған Вәлит ауылында 1914 йылда вафат була. Вәлит ауылы урамдарының береһе Ғатаулла Әлибаев исемен йөрөтә.

Источник: https://vk.com/district_haibulla?w=wall-117650762_32237