logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Айыҡ ауыл – 2023” республика бәйгеһенең йомғаҡлау сараһы

Бөгөн Әбеш мәҙәниәт йортонда “Айыҡ ауыл-2023” республика бәйгеһенең йомғаҡлау сараһы булып үтте. Ҙур еңеүгә ирешкән Әбеш ауылы халҡы өсөн был сара матур бүләк булды. Ошо бәйгелә әүҙемлек күрһәткән, ауылдың киләсәге өсөн янып йәшәгән, бөтә яҡтан үрнәк булған ауылдаштарыбыҙҙың хеҙмәте район хакимиәте, Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы, район мәҙәниәт,мәғариф бүлеге, ауыл биләмәһе башлығы тарафынан оло баһаланды һәм уларға рәхмәт хаттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Байрам Әбеш ауылы һәм район мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары әҙерләгән концерт менән үрелеп барҙы. Иҫтәлеккә фотоға төшөп, матур тәьҫораттар алып таралышты әбештәр.