logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Аҡегет ауылында “Шәжәрә байрамы”

Аҡъегет-Уҙала һарыһы (Урман һарыһы) Ғәлиәхмәттән 10-12 саҡрым алыҫлыҡта, Узала йылғаһы буйында, тәбиғәттең иң гүзәл урындарының береһендә ултырған. Яҙма сығанаҡтарҙан 1760 йылдан алып билдәле. Башта “Уҙала һарыһы” тип, 1850 йылдан алып Аҡъегет тип аталып киткән, райондың иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Унда үҫәргән башҡорттарының ҙур ғына Һарылар тип аталған араға ингән халыҡ йәшәгән, йәғни Һарылар араһы. Уҙала һарыһы Йәнтеш-һарылар ауылы, хәҙерге Ырымбур өлкәһе Гай районының Ишкенә-Ялан һарыһы айырылып сыҡҡандар. Ырымбур өлкәһенең Сара станцияһы ла ошо Һары исеменән алынған, сөнки Һарылар ауылдарынан сыҡҡан кешеләр нигеҙ һалған был ауылға, аҙаҡтан уның аша тимер юл һалынғас, Сара станцияһы булып киткән.

1859 йылда Аҡъегет ауылында 21 йорт хужалыҡта 130-ҙан ашыу кеше көн иткән. Был ауыл кешеләре, халыҡ ултыраҡ тормошҡа күскәнсе үк, ошо тирәлә йәшәгәндәр. Ауыл үҙенең йәшәү дәүерендә артыҡ ҙурайып китә алмаған, ата йорто ишәйә башлаһа, үҙенең күп һанлы йәйләүҙәренә уландарын башҡа сығара торған. Ауылда өйҙәр һаны 60-тан, кешеләре 300-ҙән артып китмәгән. 1859 йылда күпселекте тәшкил итеүсе төп фамилиялар: Буранҡаев, Исҡужин, Игебаев, Айытбаев, Абдуллин, Байғабулов, Билалов, Хәсәнов һ.б. Ауыл, перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелеп, 1982 йылда юҡҡа сыға. Иң һуңғы кешеләр булып Абдуллин Фәтхулла, Игебаев Әхмәтғәле, Игебаев Әмир Урыҫбай Ғәлиәхмәт ауылдарына күсеп сығалар һәм башҡа яҡтарға таралалар. Шулай итеп иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе Уҙала һарыһының нигеҙе ҡорой.

Әммә тамырҙары менән ошо ергә бәйле булған хәйбуллалар онотмай тыуған ерен. Һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙары тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау маҡсатында Аҡъегет ауылы урынында 2020 йылда яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылды. Сығыштары менән Аҡъегет ауылынан булған Байгабуловтар – ауыл янындағы Олотауға башҡорт халҡының милли символдарының береһе – ҡурай тажын һынландырған тимер ҡоролма ултыртты. “Шәжәрә байрамы” на әҙерлек сиктәрендә быйыл ир-егеттәр һәйкәл тирәһен таҙалап, бураҙналар һөрөп 200 төп ағас ултыртты. Сараға ла ашҡынып, талпынып килде аҡъегеттәр. Ошо сараны ойоштороу инициативаһын тәҡдим иткән, уны күтәреп алған һәм ошо осрашыуға килгәндәрҙең барыһы ла оло маҡтауға лайыҡ. Был байрам Аҡъегет тарихының сағыу бите булһын һәм ҡаҙаныштарға ынтылыу өсөн яңы көстәр бирһен, тамырҙарыбыҙ онотолмаһын!