logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

М. Ҡаҙаҡбаев исеменә үткәрелгән “Сәсән һүҙе нур сәсә” сәсәндәр бәйгеһе үтте.

Район мәҙәниәт йортонда Мәхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исеменә үткәрелгән “Сәсән һүҙе нур сәсә” район сәсәндәр (шағир-импровизатор һәм йыраусылар) бәйгеһе үтеп китте. Сәсәнлек сәнғәте — ул айырым кешенең шәхси ижад емше. Башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе, бик күп йырҙарҙың уникаль, һирәк варианттарын, башҡорт музыкаль фольклорының бик таралмаған өлгөләрен беҙгә килтереп еткереүсе, борондан атай-олатайҙарҙан ҡала килгән рухи ҡиммәттәребеҙҙе ҡәҙерләп һаҡларға өйрәтеүсе, халыҡ йырсыһы, йыраусы, сәсән, Халыҡ-ара һәм төрлө республика конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры ул – Мәхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев.
Сәсәнебеҙ үҙе иҫән саҡта был бәйге район кимәлендә бер нисә тапҡыр ҡатнашыусыларын йыйҙы . Хәҙер ул ике йылға бер тапҡыр үткәрелеп килә. Быйылғы бәйгелә барлығы 57 ҡатнашыусы һәм коллективтар сығыш яһанылар. Улар араһында балаларҙың да булыуы бик ҡыуаныслы.
Бәйгенең шарттары буйынса Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың репертуарынан бер эпос, бәйет әйтергә, оҙон көй, мөнәжәт, нәсихәт, ҡобайыр көйләргә, йә булмаһа үҙе сығарған әҫәр бәйән итергә мөмкинселек булды.
Бәйгене мәртәбәле баһалама ағзалары баһаланы: район оҙон көй бәйгеләре лауреаты Шафиҡ Ҡарабаев, Халыҡ сәсәниәһе, Республика сәсәндәр бәйгеһе еңеүсеһе – Фәниә Арыҫланова, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың ейәнсәре, Башҡортостан композиторҙары союзы ағзаһы, блогер Шәүрә Ғәппәсова, Мәғфирә Ғәлиева исемендәге асыҡ халыҡ йырҙары бәйгеһенең 2 урын лауреаты, “Ирәндек моңдары-2018” төбәк-ара йыр бәйгеһенең дипломанты, район мәҙәниәт йортоноң вокал белгесе Динә Аҡназарова, Район мәҙәниәт йорто методисы, Сибай, Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаларында үткән төбәк-ара сәсәндәр бәйгеләре лауреаты, Район “Ағинәйҙәр”клубы һәм Район сәсәндәр ойошмаһы етәксеһе Минзифа Ишемғолова.
Бәйгене асыу һәм бәйгеселәрҙе Хәйбулла районы муниципаль район хаҡимиәте башлығының социаль мәсъәләләр буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова, Хәйбулла районы Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысов сәләмләнеләр һәм бәйгеселәргә уңыштар теләнеләр.
Шулай уҡ бәйгенең төп бағымсыһы – мәшһүр сәсәнебеҙ Мәхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың улы Фәррәх Мөхәмәтйән улы Ҡаҙаҡбаев бәйгеселәр менән атаһы тураһындағы иҫтәлектәр менән бүлеште.
Сәхнә түрендә сығыш яһаусылар һәр береһе бәйгегә ныҡлы, төплө һәм ентекле әҙерләнеп килгәндәр.
Бәйгенең еңеүсеһе – Гран-при – Илдар Юнысов(Аҡъяр ауылы).
Балалар араһында : 1 урын- Билалова Әминә (Әбүбәкир ауылы), 2 урын – Билалов Батырхан һәм Билалов Фәнзил (Әбүбәкир ауылы), Билалов Тимур (Әбүбәкир ауылы), 3 урын- Мәмбәтов Филүс (Мәмбәт ауылы), Игебаева Нургизә(Степной ауылы).
“Өлкән һәм бала башҡарыусы” номинацияһында 1 урын – Юнысова Элвира һәм Наҙгөл (Һаҡмар-Наҙарғол ауылы), 2 урын – Юлуева Юлиә һәм Торһонбаева Элина (Өфө ауылы), 3 урын- Арыҫланова Фәниә һәм Моталова Азалия (Йәнтеш ауылы), Мәмбәтова Гөлназ һәм Айгөл (Бурибай ауылы).
Коллективтар араһында 1 урын “Бүләк” йыр-бейеү ансамбле (Әбүбәкир ауылы), 2 урын – “Ағинәйҙәр” клубы (Йәнтеш ауылы),“Етегән” халыҡ фольклор ансамбле (Иләс ауылы). 3 урын – “Ағинәйҙәр” клубы (Первомайка ауылы). Сәсәндәр араһында 1 урын – Собханғолова Фируза (Быҙаулыҡ ауылы) һәм Ултраҡова Әлфиҙә (Әбүбәкир ауылы), 2 урын- Вәлеев Хәлил (Байғусҡар ауылы), Исмәғилов Дамир ( Әбеш ауылы), Билалова Гүзәл (Ивановка ауылы), 3 урын – Хәлилова Файза ( Мәмбәт ауылы), Юнусова Фәрҙиә (Аҡъяр ауылы).
Йыраусылар араһында еңеүселәр: 1 урын – Ишемғолов Фазылйән (Аҡъюл ауылы), 2 урын – Азаматова Бикә (Ивановка ауылы), Мәмбәтова Вәсилә (Мәмбәт ауылы), 3 урын- Арыҫланов Рамаҙан (Йәнтеш ауылы), Мингазова Фәниә (Ивановка ауылы), Әхтәмова Вәғиҙә (Яңы – Ергән ауылы).
Барлыҡ ҡатнашыусыларға төп бағымсылар Ҡаҙаҡбаевтар ғаиләһенән һәм “Ағинәйҙәр” клубынан мәртәбәле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ бәйгеселәрҙе Иштанов Юныс, Арыҫланова Фәниә, Юнысова Элвира, Әбеш ауылы биләмәһе, Район ветерандар советының да бүләктәре көтә ине.
Сәсән-йыраусыбыҙ Мәхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың һәр кемде ҡанатландыра, исемдәре үлемһеҙ, исемдәре мәнгелек! Уның күнелдәре беҙгә ҡушылып йырлай, халҡын, илен, телен яратыусы, моң һөйөүсе һәр кемде ҡанатландыра.