Татлы байрам
Әбеш ауылы биләмәһе ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторған “Сәк-сәк” байрамында Үрнәк ауылы ла ҡатнашты. Иҫ киткес матур байрам ойошторҙолар. Бында, әлбиттә, биләмәнең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе фельдшер Рәйсә Күскилдина менән Бәләкәй Арыҫланғол ауыл мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Гөлназ Суринаның өлөшө ҙур.
Ә Үрнәктәр үҙҙәрен юҡҡа ғына “Бер йәшлектә,бер ҡартлыҡта” тип атамаған, был ауылдан ҡатнашыусылар 70 йәште үткән ил инәләре. Үҙҙәрене ғүмер буйы оҙата килгән боронғоса рецепт менән бешергәндәр бауырһаҡты.
Байрам йыр-моңға үрелеп барҙы. Оҫтабикәләр бешереү серҙәре менән бүлеште, бер-береһенең рецептары менән танышты.