logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Айык тормош

Үрнәк ауылы халҡы 11 сентябрь көнө бөтә Рәсәй буйынса иғлан ителгән “Айык тормош” акцияһына ҡушылып, ауылда, ҙур ғына сара булып үтте.

Үрнәк ауылы фельдшеры Әминә Искәнйәр ҡыҙы тарафынан әҙерләнгән әнгәмәнән һун, фекер алышыуҙар, киләсәккә маҡсаттар ҡуйып, изге-ниәттәр менән бүлешеп үттеләр. Төрлө спорт уйындары, уйын-көлкө, йырҙар, көлөшөүҙәргә ҡушылып “Сәләмәт тәндә – рух байлығы” девизына ҡушылып флэшмоб ойошторолдо.

Мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүилә Ишемғолова тарафынан ижад ителгән шиғыр һәм мәҡәлә тынлап үттек. Ритайымға ҡушылып бейеп, тәмле сәйҙәр эсеп таралыштыҡ.