logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы!

1 май, Һаҡмар- Наҙарғол ауылы клубы алды, ауыл халҡын байрамға саҡырып музыка яңғырап торҙо. Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын ауыл старостаһы Шәрипов Зөфәр ҡотлау һүҙҙәре менән асып ебәрҙе. Артабан балалар асфальтҡа байрамға арнап, аҡбур менән һүрәт төшөрҙөләр. Төрлө уйын- конкурстарҙа олоһо ла , кесеһе лә бик актив ҡатнашты. Кис, Кәзәтау башына ауыл халҡы менән костер яғырға сыҡтыҡ. Костер тирәләй йырҙар йырланыҡ, дәртле гармун көйөнә уйнап- бейеп күңел астыҡ. Байрам бик күңелле үтте.