logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Театр – күңел көҙгөһө

Театр – ул мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге. Донъя – театр, ә беҙ унда актерҙар. Был мөғжизәләр һарайына тотош донъя һыйған, тормош ҡайнай. Театр – ул юғары сәнғәт. Ул илаһи көскә эйә. Уның ярҙамында кеше тормошто бөтөнләй икенсе яҡтан аңлай.

10 февраль Һаҡмар – Наҙарғол ауыл клубында театр йылын асыуға “Театр – күңел көҙгөһө” тип исемләнгән матур тамаша үткәрелде. Байрам әбей менән бабайҙың ҡыҙыҡлы сығышы менән башланып китте. Ауыл клубының “Йәшлек” театр коллективы төрлө спектаклдән өҙөктәр, ҡыҙыҡлы интермедиялар менән сығыш яһаны. Тамаша Әминә Юнысованың моңло йырҙары, Наҙгөл һәм Айгизә Юнысоваларҙың дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың “Киске уйын” фольклоры менән байрам тамамланды.

Тамашасылар күңелдәре булғансы ял итеп, дәрт һәм илһам алып, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп таралыштылар.