logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

” Көлөп йәшәйек, дуҫтар!”

Көлөгөҙ, көлөгөҙ, файҙаһы күп белегеҙ тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. 31 март Һаҡмар- Наҙарғол ауыл клубында көлкө көнөнә ” Көлөп йәшәйек, дуҫтар!” тип исемләнгән көлкө кисәһе үткәрелде.

Уҡыусы ҡыҙҙар төрлө көләмәс- интермедияларҙы (“Папугуй”, “Иптәш судья””, ” Мәктәптә”, ” Бабай больницала”) бик оҫта сәхнәләштәрҙеләр. Гөлсәсәк Шәрипованың, Гөлиә һәм Сәриә Фәйзуллиналарҙың, Наҙгөл һәм Айгизә Юнысоваларҙың дәртле йыр- бейеүҙәрен тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡараны. Шулай уҡ, көлкөлө сценкаларҙы Гөлиә Шәрипова һәм Эльвира Юнысова ( “Аптекала”, ” Хужа Насритдин һәм бай” ) ролгә инеп, ҡыҙыҡ уйнанылар.

Кисә барышында тамашасылар менән төрлө уйындар ойошторолды.(“Һаңғырау телефон”, ” Иң ҡыҙыҡ көләмәс”, ” Был кем” һ.б). Көлкө кисәһе, дәртле йырсы Данир Сабировтың “Ой, үләм, үләм, үләм” таҡмағы породияһы менән йомғаҡланды. Рәшиҙә Сәйфуллина матур тамаша өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, тамашасыларҙан изге теләктәр әйтелде.