logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Алтын тауға кем хужа?

Алтын тауға кем хужа?

12 март клуб алдындағы тауҙа балалар менән “Алтын тауға кем хужа?“ уйыны ойошторолдо. Әҙ булыуҙарына ҡарамаҫтан уйын күңелле үтте. Һәр кем үҙе өсөн төрлө ярыштарҙа ҡатнашып мәрәй йыйҙы. “Окопҡа”, “Иң етеҙ сана”, “Алтын тауға кем хужа”, “Пулеметчиктар“ уйыны балаларға бик оҡшаны. Һәм 8 мәрәй йыйып Дәүләткильдин Марсель еңеүсе тип билдәләнде. Тәмле приздар алып балалар таралышты.