Япраҡ бәйләү
Япраҡ бәйләү
26 июнь көнө Первомайск ауылының урта һәм өлкән йәштәге апай-инәйҙәре урманға япраҡ бәйләргә сыҡтылар. Япраҡ бәйләүҙең үҙенсәлеге шунда, мунсала сабынғанда ул йәнгә рәхәтлек бирә, тәнде сыныҡтыра. Ауыл инәйҙәре үҙҙәренең белгән сынығыу серҙәре менән бүлештеләр, шифалы үләндәр менән таныштылар, хатта ҡайһы бер шифалы үләндәрҙе япраҡҡа ҡушып бәйләнеләр. Күмәкләп япраҡ бәйләгәндән һуң, самауыр ҡайнатып, мәтрүшкәләп сәй эстеләр, төрлө элек-электән уйналған уйындарҙы уйнанылар, халҡыбыҙҙың йолаларын иҫкә алып, йомаҡтар ҡойошоп, ял итеп таралыштылар.