Науруз
Первомайский ауыл клубы янында ҡыш миҙгелен оҙатып, яҙҙың беренсе көнөн ҡаршы алып «Науруз» байрамы үткәрелде. Байрам кисәһендә ауылдың кесеһе лә, олоһо ла бик теләп ҡатнашты. Һәр урам бик матур итеп байрам өҫтәле әҙерләне, яҙҙың ҡояш билдәһе тип хужабикәләр ҡоймаҡ ҡойҙолар.Ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө булманы: ҡыҫтыбый, эреле-ыуаҡлы, әсетелгән, сөсөһө, үтә күренмәлеһе… Байрам кисәһендә төрлө уйындар, ярыштар ойошторолдо. Мәҡәлдәр, йомаҡтар сисеү, таҡмаҡтар ярышында Аюпова Роза һәм Кинйәбаева Миңзәлә апайҙарға етеүселәр булманы. Хренова Евдокия һәм Идрисова Йәмғиә апайҙар башҡарыуында йырҙар тамашасыларға хуш килде. Байрам кисәһе боронғо уйын ритаям менән тамамланды.