logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ниңә бик тиҙ үтә ғүмерҙәр

Ниңә бик тиҙ үтә ғүмерҙәр. Ғүмер үткән, көҙҙәр үтҡән һайын моңһоуланып китә күңелдәр. Ғүмер көҙө- ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки һеҙ мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәһегеҙ төҫлө. Уңыштарығыҙҙы барлап, тәжрибәләрегеҙҙе башҡаларға өләшә торған бәхетле мәлегеҙ һәм һеҙ шуның менән бәхетле, тип башланды ололар көнөнә ойошторолған байрам. Өлкәндәрҙе иң тәүҙә матур шиғыр юлдары, һәм өләсәйҙәргә бағышланған йыр менән мәктәп уҡыусылары ҡотланы.

Байрамды Ағинәйҙәр “Үтмәй торсо ғүмер”, “Ҡартая мени һуң йөрәк” йырҙары менән давам итте һәм күңелдәрҙе тағы ла дәртләндерҙе. Байрамдың икенсе өлөшөндә “Ветеран ихатаһы” конкурсына йомғаҡ яһалды. Бүләктәрҙе Ниғәмәтова Фәниә һәм Рыскильдина Мәрьям инәйҙәр яуланы. Тыуған көндәрен билдәләүсе юбилярҙар Юлушева Рабиға апайға-80 йәш, Йәнсәйетова Мәрфуға инәйгә- 85 йәштәре менән ҡотлап иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара мул табында байрам сәйе менән тамамланды.