logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Көҙгө байлыҡ

Көҙгө байлыҡ

10 октябрь көнө 1-се Мырҙа ауылында Республика көнөнә арналған «Көҙгө байлыҡ» исемле йәрминкә үткәрелде. Байрамда егерменән ашыу кеше ҡатнашты. Кискеһен йәштәр өсөн күңелле дискотека ойошторолдо. 11 октябрь көнө ошо ауылда тыуып үҫкән яҙыусы Кинйәбаева Вәсимә апай менән “Ҡайтам әле ауылыма” исемле осрашыу үтте. Вәсимә Кинйәбаева ауылдаштарына байрамға бүләк итеп үҙенең матур-матур шиғырҙарын, хикәйәләрен алып килгән. Вәсимә апай яҙған шиғырҙарҙы уҡыусылар бик оҫта итеп һөйләп халыҡҡа еткерҙе. Уның мәҡәләләре тамашасыға бик оҡшаны. Бөгөнгө көндә Вәсимә апай Мәмбәт ауылында йәшәй.