logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Күңелле ҡышҡы каникулдар

Эх, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдарҙа!

Яңы йыл каникулы хәҙер балаларҙын ғына түгел, өлкәндәрҙең дә көтөп алған мәленә әүрелде.Ҡыш, ысынлап та, рәхәтләнеп ял итәбеҙ, туғандар, яҡындар менән күрешәбеҙ, ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ,тау шыуабыҙ. Яңы йыл байрамына 1 се-Мырҙа ауылының Салауат Юлаев урамында йәшәүселәре лә әүҙем әҙерләнде,күмәкләшеп сығып шыуырға тау эшләнеләр, шыршы утыртып уны биҙәп тә ҡуйҙылар.Оҫта итеп ҡарҙан һындар эшләп балаларҙы ҡыуандырҙылар. Оҫталарҙың исемдәрен дә яҙып үтәйем,улар Әхмәтов Айҙар менән Сания һәм Йәнсәйетов Ишбулды менән Зәкиә.

Ҡышкы матур ял көндәрендә балалар ғына түгел улар менән өлкәндәр – үҙебеҙ ҙә сығып тау шыуып, уйындар уйнаныҡ, ярыштар ойошторҙоҡ. Каникулдар матур, тыныс, күңелле үтте!