logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Йәгеҙ әле әсәйҙәр!”

Оҙон йоҡоло ҡыштан һуң ниһәйәт, түҙемһеҙләнеп көткән яҙ беҙгә ишек ҡаға. Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда донъя шулай нурға ҡойонғанда, йөрәктәр ҙә елкенмәй ҡала алмай. Яҙ менән бергә наҙ, йәшлек моң һибелә, ер йәшәрә, тәбиғәт йәмләнә. Яҙ-ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышыннан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫ яна. Ошондай матур яҙҙың бер көнөндә, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы, ерҙә тормошто мәңгелек итеүсе бөйөклөк, нәфислек, мөхәббәт байрамы билдәләнә.

1-се Мырҙа ауылында ла был байрам йыл да уҙғарылып килә. Быйыл да байрам ҡатын-ҡыҙҙарға ҡотлау һүҙҙәренән, изге теләктәрҙән башланды. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлап ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре сығыш яһаны. Ә байрамдың икенсе өлөшө-“Йәгеҙ әле әсәйҙәр!”-ярыш-уйын булды. Уйында ике команда ярышты. Уларҙы “Мәҡәлле һүҙ-аҡыллы һүҙ”, “Музыкаль күстәнәс”, “Таҡмаҡтар бәйгеһе” һәм башҡа төрлө-төрлө бәйгеләрҙә һынап ҡараныҡ. Байрам сараһы матур сәй табыны менән тамамланды.