logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Хәрәкәттә-бәрәкәт

Һуңғы йылдарҙа скандинав йөрөү бик популяр булып китте. “Хәрәкәт үҙенең тәьҫире буйынса теләгән бер дарыуҙы алмаштыра ала, ләкин бер дарыу ҙа үҙенең сихәте буйынса хәрәкәтте алмаштыра алмай”- тигән француз табибы Пессо. Бушҡа ғына “Хәрәкәттә-бәрәкәт”-тимәйҙәр бит.

Һәр кем үҙенсә хәрәкәтләнә. Берәүҙәр саңғыла шыуа, икенселәр велосипедта йөрөй, өсөнсөләр йүгерә. Быйыл 1- се Мырҙа ауылы ағинәйҙәре лә, улар Иҙрисова Сәлимә, Иҙрисова Мөнирә, Кинйәбаева Фәтхия енгәйҙәр, Йәнсәитова Зәкиә, Ниғәмәтова Фәймә, Ниғәмәтова Зимфира, Ниғәмәтова Лидия – скандинавса көн һайын бер сәғәт йөрөп килә.

Табибтар әйтеүенсә скандинавса йөрөү матдәләр алмашыныуын, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген яҡшырта. Тән мускулдарының 90% тирәһен эшләтә, калорияны ҙа ябай атлауға ҡарағанда ике тапҡырға күбрәк кәметә. Һәр кемдең һаулығы үҙенең ҡулында икәнде онотмаҫҡа ғына кәрәк.