logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Донъяны тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҡотҡарыр

Быйылғы 2017-се йылдың хөкүмәтебеҙ тарафынан “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы” тип иғлан ителеүе заман талабы ул. Еребеҙҙе һаҡлайыҡ тип оран һалырға күптән ваҡыт. Барыбыҙ бергә әүҙем күтәрелеп сыҡһаҡ, халыҡ әйткән һүҙ һәр саҡ хаҡ була, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға иғтибар бермә-бер артыр, тәбиғәт байлыҡтары тәләфләүгә юл ҡуйылмаҫ ине.

Ҙурмы, кескенәме – һәр кешегә үҙенең тыуған төбәге, уның тәбиғәте, кешеләре яҡын була.Кеше һәм тәбиғәт – мәңгелек дуҫтар ҙа улар, мәңгелек дошмандар ҙа. Улар араһында бәйләнеш шулҡәҙәр тығыҙ: тәбиғәт ауырыһа кеше лә һау була алмай. Тәбиғәттән башҡа – кеше беркем дә түгел. Сөнки кеше үҙе лә – тәбиғәт балаһы. Тәбиғәт – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ. Ә тәбиғәттә һәр нәмә лә яҡшы. Үҫемлектәргә, хайуандарға, кешеләргә тереклек тә ул бирә. “Ояһын бысратҡан ҡош – насар ҡош” ти халыҡ мәкәле.Тәбиғәткә изгелек иткәндәргә тәбиғәт миһырбанлы. Тыуған еребеҙҙең киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда. Тыуған еребеҙҙе яҡлайыҡ, тәбиғәтен һаҡлайыҡ!

1-се Мырҙа ауылында “Еребеҙҙе яҡлайыҡ,тәбиғәтте һаҡлайыҡ” тигән сара уҙғарылды.Был саранын маҡсаты – тыуған яҡтың күлдәре, елғалары менән танышыу, уларҙы бысратыу сәбәптәрен асыҡлау, шул сәбәптәрҙе бөтөрергә ярҙам итеү, тыуған яҡ тәбигәтен һаҡлау һәм яҡлау, мөхәббәт тәрбиәләү.