logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Онотолмаҫ яра

Беслан фажиғәһе… Терроризмға ҡаршы төрлө саралар үткәрелә ошо көндәрҙә. Һәр кемдең йөрәген әренетерлек, онотолмаҫ хәл, уңалмаҫ яра ул ҡот осҡос көндәр. Вәзәм ауылында “Онотолмаҫ яра” исемле мәктәп юлындағы автобуста үткәрелгән сара балаларыбыҙҙы уйланырға, йәлләү тойғоларына этәрҙе. Бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын, матур, тыныс илдә белем алыу ҙе бер бәхет икәнен аңлатып уҡыусыларға, уҡытыусыларға тыныслыҡ билгеһе булған ҡағыҙ күгәрсендәр таратылды,” бәлә ҡазаларҙан һаҡлар, китап араларында йөрөтөгөҙ!” – тип теләк әйтелде, шулай уҡ автобусҡа ла ҙур күгәрсен беркетеп ҡуйылды, имен торһон донъялар.