logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Брендовое мероприятие “Йәйғор төҫө- балаҫтарҙа”

Вәзәм мәҙәниәт йортонда, 7 ноябрь, “Йәйғор төҫө- балаҫтарҙа” исемле брендлы сара булып үтте. Фойела оҫтабикәләрҙең һуғылған, бәйләнгән, ырғаҡ менән эшләнгән балаҫтары күргәҙмәһе, йөн эшкәртеү, тәбиғи буяуҙарға йөндө буяу, станокта балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Килгән халыҡ ихлас, ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап үтте. Оҫталар менән танышып үттеләр. Унлаған оҫтабикәнең балаҫтары күргәҙмәлә күҙ яуын алып торҙо. Ә сәхнәлә фольклорлаштырылған тамашала өмәсе ҡатындарҙың бирнәлеккә тип балаҫ эшләүҙәрен, эш араһында уйын, йыр, бейеүҙәре күрһәтелде. Ул тамаша араһында йәш быуынға, балаларға өйрәтеү, күрһәтеү, йолаларыбыҙҙы, кәсептәребеҙҙе өйрәтеү ҙә сағылдырылды.

Ошо оҫталыҡ, сабырлыҡ, матурлыҡ өлгөләре араһында ниндәй генә эштәр юҡ.  Йәйғор төҫлө балаҫтар күҙҙе ҡамаштырып тора, Һуғылған, бәйләнгән, ырғаҡ менән эшләнгән балаҫтар ҙа теҙелгән. Һәр эшләнгән балаҫта күңел йылыһы, күҙ нуры, серлелек бар. Балаҫ һуғыусылар – халыҡ ижадын тергеҙеүселәр. Улар бер ҡайҙа ла махсус белем алмаған, юғары уҡыу йорттарын тамамламаған, һәм шуның менән дә уларҙың оҫталығының мәртәбәһе ҙур.

Ә инде йомғаҡлау ваҡытыда Хәйбулла районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Мамбетова Лариса Рәшит ҡыҙы үҙенең йылы һүҙҙәрен еткереп, оҫтабикәләргә һоҡланыуын белделдерҙе, төпкөл ауылда булһа ла Вәзәм халҡының һәр яҡлап тырышлығын билдәләп рәхмәттәр әйтте. Шулай уҡ Вәзәм ағинәйҙәренең етәксеһе Сурина Райхана Шәйхислам ҡыҙын ҡотлап рәхмәт хатын тапшырып үтте. Баһалама ағзалары район ағинәйҙәре етәксеһе, методик бүлеге белгесе Ишемғолова Миңзифа Ибраһим ҡыҙы һәм Бәләкәй Арыҫланғол мәҙәниәт йорто етәксеһе Сурина Гөлназ Ғамир ҡыҙы еңеүселәрҙе билдәләп грамота һәм бүләктәр тапшырҙы. Бүләктәр Әбеш ауылы хакимиәте башлығы Юнысов Таһир Мөғлетдин улы тарафынан бүленде. Таһир Мөғлетдин улы матур сара үтеү менән, еңеүселәрҙе, ҡатнашыусыларҙы, килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп ҡотлап үтте. Сурина Мәрйәм, Сурина Әнүзә, Нурсия, Кускильдина Хәмдиә, Мөнирә, Ласынова Кларалар төрлө номинацияларға лайыҡ булып бүләкләнделәр.

Байрам барыһына ла оҡшаны, илһамланып, дәрт алып таралышты ауылдаштар. Эйе, бер ҡараһаң, ябай ғына балаҫ кеүек, әммә боронғолоҡтоң һәр ымында, ишараһында тәрән мәғәнә ята. Балаҫтарҙы беҙгә асаһы ла асаһы әле. Улар башҡорт тарихын, фекерен, йәшәү рәүешен еткерә беҙгә. Ҡан хәтере кеүек, аҫалы балаҫтарҙа милләт хәтере, халыҡтың үҙаңы, донъяға ҡарашы, йәшәү рәүеше сағылған.

Боронғо кәсепте һаҡлап ҡалған апайҙарға рәхмәт әйтергә һәм уларҙың оҫталығына һоҡланырға ғына ҡала. Тик был шөғөлдөң, башлыса, оло йәштәге кешеләрҙеке булыуы матур кәсептең юғала барыуын күрһәтә бит. Балаҫ һуғыу кәсебенең бөгөн артыҡ популяр булмауының сәбәптәре күп, әлбиттә. Берәүҙәр милли балаҫтарға һорау булмауын билдәләй, икенселәр, был эшкә көс һәм ваҡыт күп сарыф ителһә лә, әллә ни хаҡы булмауына һылтана. Ә бит башҡорт балаҫтары − тик тәбиғи материал ҡулланып эшләнгән сифатлы тауар. Балаҫ һарыҡ йөнөнән, тәбиғи буяуҙар ҡулланып эшләнә. Тик бына хәҙер балаҫ һуғыу өсөн ҡулланылған буяуҙар бөтөү кимәлендә икән. Оҫталар был буяуҙы таба алмай ҡаңғыра. Һөҙөмтәлә, һарыҡ йөнө урынына ябай йөн ептәрҙе ҡуллана башлаусылар ҙа бар. Донъяла тиңе булмаған башҡорт балаҫтарын һаҡлау ғына түгел, артабан да үҫтереү – бөгөн иғтибар талап иткән мәсьәлә. Һәм был юҫыҡта етди эш алып барыу кәрәк Республика халыҡ ижады үҙәге тырышлығы менән Башҡортостанда кейеҙ баҫыу шөғөлө тергеҙелде, тип әйтергә кәрәк. Сиратта – балаҫ һуғыусыларға иғтибарҙы арттырыу. Шуға ла ошондай байрамдар ойоштороп мастер-класстар, семинар-практикум үткәрелеүе әһәмиәтле булыр тип уйлайым. Унда оҫталар йәш быуынға балаҫ һуғыу серҙәрен аңлата. Һәр аҫаның, һәр балаҫтың айырым бер көсө бар. Шуға ла оҫталарҙың йәштәргә әйтер һүҙе, ҡалдырыр мираҫы күп. Балаҫ һуғыу кәсебен үҫтереү өсөн бер ниндәй ҙә яңы нәмәләр уйлап сығарырға кәрәкмәй. Милли кәсеп боронғолоғо, быуаттар буйы һаҡланып килгән биҙәктәре, аҫалары һәм ошоға бәйле йолалары менән ҡиммәтле. Һәр кем белә − ҡайҙалыр ситкә, хатта сит илгә түгел, сит ҡалаға булһа ла барһаң, шул ерҙең үҙенсәлеген, тарихын, мәҙәниәтен күрһәткән нәмәләрҙе күрге, иҫтәлеккә алып ҡайтҡы килә. Ниндәйҙер заманса, бәлки, ҡайһылыр сиктәр буйынса камил булған тауарҙар бер кемдә лә ҡыҙыҡһыныу уятмай. Шулай булғас, башҡорт балаҫы − республиканың милли брэнды булырға лайыҡлы матурлыҡ һәм ул үҙенә иғтибар талап итергә хоҡуҡлы. Тик шуныһы – башҡорт балаҫтары үҙебеҙҙең дә йорттарҙы биҙәгән осраҡта ғына ошо матур кәсепте һаҡлай, милли брэндтың ҡиммәтен күрһәтә аласаҡбыҙ. Ситтән килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарға ниндәй генә аҫаба балаҫтар бүләк итеп оҙатһаҡ та, был матурлыҡты үҙебеҙ күрмәй, үҙебеҙ ҡулланмай, үҙебеҙ ҡәҙерен аңламай тороп, боронғо кәсептең бер генә мәғәнәһе лә юҡ. Ябай йорттоң да, дәүләт учрежденияларының да иҙәндәрен башҡорт балаҫы биҙәгәндә, ниндәй шәп булыр ине, ә!