logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Республикабыҙҙың төп дәүләт байрамы

11 октябрь көнө республикабыҙҙың төп дәүләт байрамын беҙҙең ауылда ла яҡшы кәйеф менән ҡаршы алдыҡ. Байрам алдынан Өфө ауылы ағинәйҙәре менән осрашыу үткәрҙек, улар беҙгә матур йөкмәткеле концерт алып килде. 11 октябрь иртә менән клуб янына балалар, ата-әсәләр һәм өлкәндәр йыйылды. Байрамды асып сығыш яһағандан һуң юбилярҙарҙы ҡотлап бүләктәр тапшырып үттек.

Йәрминкә ойошторолдо. Һәр кем көҙ етеүгә ҡышҡылыҡҡа етерлек запас әҙерләгән, артығырағын һатыуға алып сыҡҡан ине. Балалар тәмле бәлештәр.компоттар менән һыйланды. Һуңынан кемуҙарҙан тыуған Башҡортостаныбыҙ тураһында викторина һорауҙарына яуаптар бирешеп ярыштылар, футбол уйнанылар. Күгебеҙ аяҙ, күңелебеҙ тыныс, көндәребеҙ имен үтһен, татыу, берҙәм булайыҡ тигән теләктә таралыштыҡ.