logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Балалар һабантуйы

Балалар һабантуйы

Көтөп алған йәмле йәйебеҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән башлана. Был байрам 1949 йылда Парижда уҙғарылған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресында хәл ителә. Киләһе йылдан рәсми рәүештә билдәләнә башлай. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң флагы ла бар. Унда Ер тирәләй биш фигура ҡуйылған. Урталағы шар уртаҡ йортобоҙҙо – Ватаныбыҙҙы сағылдыра, эргәһендәге күк, һары, ҡара, аҡ, ҡыҙыл төҫтәр – төрлөлөк һәм сыҙамлылыҡ билдәһе. 1 июнь көнө Иҫәнгилде ауылында мәктәп коллективы менән берлектә ауылыбыҙҙың йәмле Ҡымыҙлы буйында балалар һабантуйы уҙғарылды. Үҫеп килеүсе йәш быуынға халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо. Һәр класс өйгә бирелгән эшкә етди әҙерләнгән ине. Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе еңелдән булманы. Лайыҡлылар тейешенсә урындар эләктерҙе. Ниндәй һабантуй уйындарһыҙ булһын инде! Балалар кемуҙарҙан көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу бәйгеләрендә ихлас ҡатнашты. Ә малайҙар өсөн айырым бәйге – велосипедтарҙа уҙыш иң сәмлеһе булды. Байрам тәбиғәт ҡосағында тәмле аш, самауыр сәйе менән тамамланды.