logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

8 мартҡа арналған концерт

Оҙайлы ҡыш айҙарынан һуң, ниһәйәт, түҙемһеҙләнеп көткән Яҙ беҙгә ишек ҡаға. Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, донъя шулай нурға ҡойонғанда, йөрәктәр ҙә елкенмәй ҡала алмай. Яҙ менән бергә наҙ, йәшлек, моң һибелә, ер йәшәрә, тәбиғәт йәмләнә.

Яҙ – ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫ яна.

Яҙҙың матур байрамы – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө беҙҙең Иҫәнгилде ауылында иң тәүҙә балалар баҡсаһында иртәлек,мәктәптә спорт ярыштары,ә ауыл клубында концерт һәм КВН формаһында билдәләп үтелде. Алып барыусылар байрамды асҡандан һуң, ҡотлау өсөн һүҙ ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе Әлфирә Айытбаеваға бирелде.

Балалар коллективы тарфынан әҙерләнгән концерт барыһына оҡшаны, һәр сығыш көслө алҡыштар менән оҙатылды.

2 өлөштә – КВН-шаттар һәм тапҡырҙар клубы-бында инде сәхнә түренә ике команда менеп тапҡырлыҡта, отҡорлоҡта һәм зирәклектә көс һынаштылар. Ярыштар бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле генә ойошторолдо. Беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр бында ла һынатманылар.

Жюри ярыштарға йомғаҡ яһағандан һуң барыһыла сәй табына саҡырылды.Йырҙар йырлап, мәҙәктәр һөйләшеп аралашҡас, байрам ритайым, дискотека менән тамамланды. Рәхмәт һүҙҙәре менән таралыштылар.