logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ҡаҙ өмәһе

Оло Арыҫланғол ауылында ҡош-ҡортто күпләп тотҡан ғаиләләр бик күп-кенә, сөнки ауыл йәмле Сик йылғаһы буйында урынлашҡан. Һыу ҡоштары өсөн бик уңай. Ғөмүмән ҡаҙ-өйрәк тотмаған йорт бик һирәктер. Ауылдың уңғандары өйрәк, ҡаҙ себештәре алып уҫтерә. Шуға ла көндәр бер аҙ һалҡынайтыуға ауылда сират тороп өмә уткәрә башлайҙар.

1 ноябрь Вәкил һәм Гөлдәр Аскаровтар күрше-күләнен һәм яҡындарын йыйып Ҡаҙ өмәһен үткәрҙе. Иртән-иртүк эш башланды. Ҡаҙ өмәһендә бөтәһенә лә эш табыла. Килгән өмәселәргә ағинәйҙәр халыҡ йырҙарын башҡарып дәрт өҫтәһә, Гөлсирә һәм Гөлдәр Аскаровалар хеҙмәт тураһында мәҡәл-әйтем әйтте, көләмәстәр һөйләне. Ҡаҙ өмәһе дуҫ-иш менән аралашыу, ярҙамлашыу һәм үҙеңдең һәләттәреңде күрһәтеү ҙә булып тора.