logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Супер әсәйҙәр

Супер әсәйҙәр

Әсәкәйем, гүзәлкәйем,
Күҙ нурым һин, гөлкәйем,
Нурланып сыҡҡан ҡояштай
Яҡты һинең йөҙкәйең
.

Аҡъюл ауыл клубында әсәйҙәр һәм балалар араһында “Супер әсәйҙәр” тип аталған ярыш ойошторолдо. Бәйгелә Кужина Земфира ҡыҙы Зәкилә менән, Байғужина Гүзәл ҡыҙҙары Гөлназ һәм Гөлдәриә менән, Ҡужагилдина Әҡлимә улы Арслан менән, Байғужина Зөлфирә улы Илмир менән ҡатнаштылар. Улар өсөн балыҡ тотоу, ҡулға бокс бирсәткәһен кейгән килеш кәнфит ҡағыҙын әрсеү, ҡаҙау һурыу, өрөлгән шарға һүрәт төшөрөү кеүек уйындар ойошторолдо. Уйындарҙа барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Кисә әсәйҙәрҙең тәмле итеп бешергән бәлештәре менән сәй эсеү менән тамамланды.