logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Дуҫлыҡ күпере

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Юлбарыҫ һәм Быҙаулыҡ ауылы йәштәре ике ауыл халҡы алдында “Дуҫлыҡ күпере” концерты менән сығыш яһаны. Бындай осрашыуҙар күптән инде матур традицияға әйләнгән. Таланты йәштәребеҙҙең өҙә баҫып бейеүҙәре, моң-һағыштарға сорнап йырлауҙары көслө алҡыштар менән оҙата барылды. Ауыл сәхнәһе йондоҙҙарына әүерелгән йәштәребеҙ апайлы-ҡустылы Лилиә һәм Нургиз Таймасовтар, ағайлы-һеңлеле Замир һәм Гөлнәзирә Байғужиндар, шулай уҡ йырсы һандуғастар Таңсулпан Байғужина, Гүзәлиә Собханғоловалар араһында тәүге тапҡыр сәхнәгә күтәрелеүсе егеттәребеҙ Ильгиз, Ильмир Байғужиндарҙың булыуы тағы ла ҡыуандырҙы. Йәштәргә көслө алҡыштар, гөлләмәләр менән дәрт ҡанаттары ҡуйырға тырыштыҡ. Уҡыу йорттарына барып урынлашҡас та ошо йылы осрашыу хәтирәһе уларға көс-ҡеүәт, дәрт-дарман өҫтәүен теләйбеҙ. Тормошто яратыуҙарын, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, гел генә уңыштар юлдаш булыуын теләп ҡалабыҙ.