logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ябайһың да үҙең, бөйөкһөң дә…

Ябайһың да үҙең, бөйөкһөң дә…

Уҡытыусым, астың беҙгә һин,

Белем усағының ишеген,

Һиңә булған һөйөүебеҙ,

Бөтмәҫ-бөтмәҫ рәхмәтебеҙ,

Йылдар үткәс тә ишетелһен.

Уҡытыусы – ҡара таҡтаға аҡбур менән хәреф яҙырға өйрәтеүсе, аң-белем биреүсе, бала күңеленә аҡ нур һыҙыусы, киләсәккә аҡ юл күрһәтрүсе илаһи зат. 5 октябрь Йәнтеш мәҙәниәт йортонда уҡытыусылар көнөнә арналған «Ябайһың да үҙең, бөйөкһөң дә» тип исемләнгән байрам сараһы булып үтте. Кисәгә әлеге көндә мәктәптә эшләп йөрөгән уҡытыусылар һәм шулай уҡ оҙаҡ йылдар балаларға белем биргән, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған ветеран уҡытыусылар саҡырылды. «Ҡәҙерле уҡытыусылар! Һеҙҙе оло байрамығыҙ- һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ауыр эшегеҙҙә уңыштар һәм түҙемлелек теләйбеҙ» тигән матур һүҙҙәр менән Лена Фуат ҡыҙы кисәне асып ебәрҙе. Кисә барышында уҡытыусыларға бик күп котлау һүҙҙәре әйтелде. Уҡыусылар тарафынан матур йырҙар, дәртле бейеуҙәр бүләк ителде. Китапханасы Гөлнур апай Моталова етәкселеген дә сәхнәләштерелгән, «Йомро икмәк» әкиәтелә бар ҡунаҡтарҙыңда күңеленә хуш килде. Уҡыусылар уҡытыусылырға байрам менән ҡотлап сәскәләр бүләк иттеләр.