logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Спорт байрамы

Спорт байрамы

Физкультурниктар көнөнә арналған Йәнтеш һәм Ивановка ауылы футбол командаларының дуҫтарса осрашыуы булып үтте. Сараны Йәнтеш мәҙәниәт йорто мөдире Л.Ф. Ультракова асып, уйынсыларға уңыштар теләне. Ике команда ла сәмләнеп, беренсе урын алыр өсөн тырышып уйнанылар. Ярыш булғас еңеүсеһе, еңелеүсеһе лә була әлбиттә. Ивановка футболсылар командаһы күпкә көслөрәк булып сыҡты. Улар ярыштың еңеүсеһе тип табылды, ә Йәнтештәр әҙгә генә ҡалышып икенсе урынға сыҡтылар. Егеттәргә миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Футбол ярышында ҡатнашыусы егеттәр ярышты ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтте. Ярыш бергәләшеп тәмле сәй эсеү менән тамамланды.