logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Республика көнө

11 октябрь календарь биттәрендә юҡҡа ғына ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәгән, сөнки был көн Башҡортостаныбыҙ өсөн күркәм байрамдарыҙың береһе – Республика көнө. Был әһәмиәтле көн республика халҡы араһында киң танылыу алды һәм ул йөрәктәрҙә лайыҡлы урын биләй. Республика көнө тыуған яғыбыҙҙың уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары, киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Унда халҡыбыҙҙың рухи мираҫы һәм традицияларына тәрән ихтирам, тыуған республикабыҙға һәм уның һоҡланғыс кешеләренә һөйөү сағыла. Йәнтеш мәҙәниәт йортонда балалар араһында “Башҡортостанды беләһеңме?”  исемле интеллектуаль уйын үткәрелде.