Һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ
Һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ
1 май көнө Йәнтеш мәҙәниәт йортонда балалар өсөн “Һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ” исемле сара үткәрелде. Иртән иртүк Мәҙәниәт йорто алды балаларҙың шат тауышына күмелде. Бер вакытта ла һуғыш уты ҡабынмаһын, илдә тыныслыҡ булһын – тип сараны асып ебәрҙе клуб мөдире Лена Фуат ҡыҙы Ултракова. Балалар ҙур теләк менән һүрәт төшөрөп ярыштылар, уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар. Тик бишле билдәләренә генә уҡыр өсөн яңынан күп көс һәм дәрт алып, ҙур кәйеф менән таралыштылар.