logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

,,РӘХМӘТ ҺИҢӘ ӘСӘЙ”

“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тигән бик тапҡыр әйтем бар бит, ул балаға тап ана шул ғаилә мөхитендә тәрбиә биреүгә ишаралай ҙа инде. Тормошто диңгеҙ менән сағыштырһаҡ, ғаилә – карап, атай кеше – капитан, әсәй штурман һымаҡ була инде. Оло диңгеҙҙә ни генә булмаҫ. Ғаилә карабын ҡаршылыҡтар айсбергына бәреп ҡыйратмаҫ өсөн атай-капитан менән әсәй-штурмандан күпме айыҡ аҡыл, сабырлыҡ, ныҡышмаллыҡ, бер-береһен аңлап йәшәү өсөн зиһен көсө талап ителә. Ғаилә оло илдең бер күҙәнәге булһа ла, ул үҙ мөхитендә килеп тыуған проблемаларҙы бер кемгә лә һалышмай ғына атҡарырға тейеш, сөнки ул проблемалар – һинеке, ә үҙеңдеке – үҙәктә. Кешене кеше иткән нәмә – хеҙмәт. Хеҙмәткә хөрмәт һәр яҡшы нәмәнең башланғысы һымаҡ уҡ, ғаиләлә һалына. Бәләкәй бала нимә генә эшләһәң дә ҡыҫылып, туҡтауһыҙ һорауҙарын яуҙырып, теңкәне ҡоротоуы һәр кемгә билдәле. Бына ошо ваҡытта эшеңде тиҙерәк осламаҡ булып, баланы тыйһаң, эргәңдән ҡыуып ебәрһәң, тәрбиә эшендә тәүге хатаны яһаның, тигән һүҙ. Ғаиләлә алынған тормош һабаҡтары ғүмер буйы тоғро юлдаш булыр балаңа. Тулы ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкән бала тормошта үҙ юлын тиҙерәк табасаҡ, илебеҙгә кәрәкле, файҙалы кеше булып өлгөрәсәк.

Балалар, тормош аҡылын атай-әсәй өлгөһөнән күберәк алалар. Уларҙың ипле һүҙҙәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелдәрендә ыңғай хис-тойғолар ғына яралта. Атай менән әсәйҙең һөйөүҙән балҡыуы, уларҙан ағылған тыныслыҡ, эске ышаныс, балаларына күсә, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра. Эйе, бәлиғ булмаған, ҡараусыһыҙ ҡалған балалар проблемаһы йәмғиәтебеҙҙә элек-электән кѳнүҙәк мәсьәлә һанала. Сит баланы тәрбиәгә алырға һәр кем дә баҙнат итә алмайҙыр. Кеше балаһын ҡарау өсөн, беренсенән, бала йәнле булыу, икенсенән, үтә лә сабыр, өсөнсөнән, үтә лә киң күңелле булыу кәрәктер.

Бына ошондай сабыр, киң күңелле, бала йәнле, ботыр, оло йөрәкле әсәйҙәр, районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан, йыйылды, 6 март Йәнтеш мәҙәниәт йортона. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолоп ,,РӘХМӘТ ҺИҢӘ ӘСӘЙ” исемле сара үткәрелде. Сарала ҡатнашыусыларҙы мәҙәниәт йорто директоры Л.Ф. Ултракова, райондың опека бүлеге начальнигы С.М.Пахтусова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе З.Д.Искужина,ауыл депутаттары С.Х.Искужина һәм З.С. Сынбулатова ҡотланы. Ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр артистары тарафынан бик матур концерт ҡуйылды.Артабан сара йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә үрелеп барҙы.Төрлө уйындар уйнап ,тормош мәшәҡәттәренән арынды әсәйҙәр. ә инде тәмле сәй табынын З.С.Сынбулатова, Ф. Искужина, З.Х. Ишкабулавалар әҙерләне.