logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Пар ҡанаттар

Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда район буйынса быйылғы йылда 3-сө тапҡыр шаулап гөрләп йыр-моң бәйгеһе уҙҙы. Әле бына тамашасылар 5-се рәттән йыл да “Пар ҡанаттар” уҙғарылып килә. Был бәйгелә моң һөйөүсе ғаиләләр ҡатнашты. Бәйгеселәрҙең һаны йылдан йыл арта барыуы бәйгенең абруйын арттыра, ә тамаша залы һәр ваҡыттағы са шығырым тулы. Афарин Йәнтештәр!

Шулай уҡ башҡа ауылдан тамашаны ҡарарға килеүселәрҙе лә яҙып үтмәү мөмкин түгел. Жюриҙәр баһалама бүлмәһенә сығып киткәс, сәхнәлә парҙар өсөн уйын да ойошторолдо, бик ихлас уйнанылар.

Бәйгелә ҡатнашыусы парҙар:

Лиана һәм Миҙхәт Илембәтовтар (Йәнтеш) – Гран-При;
Мөнирә һәм Ислам Шәриповтар (Иләс) – 1-се урын;
Гөлниса һәм Фәрит Бикбовтар (Ғәлиәхмәт) – 1-се урын;

Гүзәл һәм Сәғит Сәғитовтар (Бурибай) – 2-се урын;

Фәнүзә һәм Фазылйән Ишемғоловтар(Аҡъюл) – 2-се урын;
Рәйлә һәм Зәйнәғәбдин Ибрагимовтар Һамар) – 3-сө урын;
Мәүлиха һәм Фәтих Теләүғоловтар (Үрнәк) – 3-сө урын;

Сәлимә һәм Фәнил Арыҫлановтар (Яңы-Украинка) -3- сө урын;
Гөлсиә Килдебаева (Аҡнаҙар) һәм Айнур Исҡужин (Йәнтеш)- дәртләндереү призы;
Регина Байғусҡарова Һәм Урал Аҡъюлов ( Ғәлиәхмәт) – дәртләндереү призы.