logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Мостай Кәрим – әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы!

Мостай Кәрим – әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы!
Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн,
Әрней минең иҫке бер яра.
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа,
Тимер ярсыҡ яра төбөндә,
Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә.
Әйтерһең, ҡарт гонаһ эйәһе,
Әйләнгеләп ҡуя ҡәберҙә.
Шуға күрә әрней ул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Башҡорт халҡыбыҙҙың данлы улы Мостай Кәрим – донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Ысынлап та, беҙ Мостайлы халыҡ булыуыбыҙ менән бәхетле. Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда әҙәбиәт йылына арналған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижадына арналған.

«Мостай Кәрим – әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы» тип исемләнгән кисә булып үтте. Унда М.Кәримдең ижадына ғашиҡ булғандар, ғөмүмән әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Кисә М.Кәрим һүҙҙәренә яҙылған «Өсөнсө көн тоташ кар яуа» исемле йыр менән башланып китте. «Хәйерле кис, шиғри йәнле, китап һөйөүселәр. Һеҙ оло быуын кешеләре, нәфис әҙәбиәткә һәр ваҡыт тоғро ҡалдығыҙ. Китапҡа, шиғриәткә булған мөхәббәтегеҙ бер ҡасан да һүрелмәй һәм тап бына әҙәбиәткә булған һөйөү һеҙҙе бөгөнгө кисәгә йыйҙыла инде. Рәхмәт һеҙгә, һәр ваҡыт китап менән бергә булғанығыҙ өсөн» – тип Лена Фуат ҡыҙы йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Әҙәби кисәлә М.Кәримдең «Айгөл иле», «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» китабына байҡау яһалды һәм унан өҙөктәр уҡылды.

Әҙәбиәт һөйөүселәр яҙыусының тормош юлы һәм ижадына арналған викторина һорауҙарына яуап биреп үҙҙәрен һынанылар. Кисә барышында М.Кәримдең шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар яңғыраны.