logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Конкурс ,,Балыҡсылар “

Ҡыш боҙ аҫтынан балыҡ тотоу мәле – мажараға бай, мауыҡтырғыс осор ул. Был шөғөлдө юҡҡа ғына ауырыуға тиңләмәйҙәр: бер тапҡыр барҙыңмы, икенсегә мотлаҡ юлланасаҡһың. Һуңғы йылдарҙа, нервыларҙы тикшергән һымаҡ, ҡышы ла декабрь еткәс кенә килә. Шунда башлана ла инде балыҡсылар өсөн байрам!

Бөгөнгө шарттарҙа балыҡ ҡармаҡлау – ял сәғәттәрен файҙаға һәм күңелле итеп үткәрергә, тәбиғәт менән аралашыуҙан ләззәт алырға теләүселәр өсөн иң мауыҡтырғыс шөғөл. Уны яратыусылар өсөн һалҡын ҡыш та кәртә була алмай. Спорт балыҡсылығы, йылғыр балыҡты алдаштырып, үҙ ҡарамағыңа эләктереү һәләте генә түгел, ә башҡа балыҡсылар менән түҙемлелектә, таҫыллыҡта һәм өлгөрлөктә ,көс һынашыуҙа.

16-сы ғинуар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолоп, Һаҡмар йылғаһы буйында ,,Балыҡсылар ” байрамы үтте. Был байрамға Йәнтеш ауылы балыҡсылары һәм күрше ауылдар Антинган, Әбүбәкир, Ивановка балыҡсылары ла килгән ине. Ҡатнашыусыларҙы мәҙәниәт йорто директоры Л.Ф.Ултракова, ауыл хакимиәте башлығы М.Ф.Сурина, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе З.Д.Искужина ҡотланы. Йылыла кем балыҡ тотмай, балыҡсы булғасһығыҙ һыуыҡтала тотоп ҡарағыҙ тип, ярышты башлап ебәрҙек. Балыҡсылар үҙҙәренең оҫталыҡтарын төрлө ярыштарҙа күрһәттеләр. Ярыштар йыр- моң менән бергә үрелеп барҙы, гармунда Антингән ауылынан Ишберҙе ағай Азаматов уйнаны. Шулай итеп ярыш аҙағынала яҡынлашты. 1-се урында Фәррәх Байғусҡаров (Йәнтеш),2-се урында Юныс Билалов(Әбүбәкир), 3-сө урында Гәрәй Моталов (Йәнт еш) , ,, Иң йәш балыҡсы”Илһам Искужин (Йәнтеш), ,,Иң ҙур балыҡ тотоусы” Байназар Байғусҡаров ( Йәнтеш), ,,Иң өлкән Балыҡсы” һәм ,,Иң тиҙ балыҡ тотоусы “номинацияһында Вәлиәхмәт Искужин (Йәнтеш), ,,Иң өлкән балыҡсы” Рацил Карсанов (Ивановка) Байғусҡаров (Йәнтеш), ,,Иң тиҙ боҙ тишеүсе” номинацияһында 1-се урын Юныс Билалов (Әбүбәкир), 2-се урында Рацил Байдауләтов (Йәнтеш), 3-сө урында Карсанов Сабирйән (Ивановка), 4-се урында Илдар Байгабулов (Антинган).

Ярыштың бағымсыһы Антингән ауыл хакимиәте башлығы М.Ф. Сурина тарафынан әҙерләнгән бүләктәр менән бүләкләнеләр балыҡсыларҙы. Байрамдың аҙағында бешерелгән тәмле уха ашап таралыштылар. Шулай уҡ рәхмәттәребеҙҙе, балыҡсыларҙы ойоштороп алып килгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Айгөл Ҡужагильдина, Рәсилә Ҡаҙнабаева (Ивановка), Гүзәлиә Билалова (Әбүбәкир) еткерәбеҙ. Афарин!