logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Йөрәктәрҙә һайрай илһам ҡошобоҙ

Йөрәктәрҙә һайрай илһам ҡошобоҙ

Ҡышҡы һалҡын көндәргә, бурандарға ҡарамай Йәнтеш Мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр әртистәре һәм «Әхирәттәр» клубы ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан әҙерләнгән ,, Йөрәктәрҙә һайрай илһам ҡошобоҙ,, исемле бай йөкмәткеле концерт менән Йәнтеш, Үрнәк, Атингән, Яңы Зиргән ауылы тамашасылары алдында сығыш яһанылар. Концерт матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр, фольклор сығыштары менән аралашып барҙы. Бигерәк тә тамашасылар Фәниә апай Арсланованың моңло йырҙарын, мөнәжәттәрен, Гөлнур апай Моталованың мондалинала уйнауын, коллектив башҡарыуында “Урал ҡыҙҙары”, “Бөрлөгән” бейеүҙәрен , ҡатын-ҡыҙҙар вокал сығыштарын, Рацил Байдавлетов, Азат Искужин, Раушания Кунафинаның дәртле йырҙарын яратып ҡабул иттеләр. Тамашасылар һәр концерт номерын оҙаҡ ҡул сабып, алҡышлап оҙаттылар.
Концерт халыҡҡа бик оҡшаны, әртистәребеҙгә рәхмәттәрен әйтеп, тағы ла килеүҙәрен һоранылар. Концерт тамамланғас та тамашасылар таралышырға ашыҡманылар, дәртле бейеү көйҙәренә рәхәтләнеп бейенеләр. Ә беҙ иһә зал тулы тамашасы йыйып, һәүәҫкәр әртистәребеҙҙе йылы ҡаршы алған Үрнәк, Антингән, Яңы Зиргән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.