logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Хәйҙәр Тапаков менән осрашыу

Хәйҙәр Тапаков менән осрашыу

Әҙәбиәт йылына ҡарата Йәнтеш мәҙәниәт йортонда ,,Атайсал,, газетаһының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр Тапаков менән осрашыу үтте. Хәйҙәр Тапаҡов (1955) Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар тыуған ауылында балалар уҡытҡан. Әле Сибай ҡалаһында йәшәй. Урындағы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.

Осрашыуға яҙыусының әҫәрҙәрен яратып уҡыған, уның ижадына битараф булмаған тамашасылар йыйылды. Иң тәүҙә яҙыусы үҙе тураһында һөйләп үтте, яңы әҫәрҙәре менән таныштырҙы. Ә инде тамашасылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреп Хәйҙәр Тапаҡовтан тулы яуап алдылар.