Бейеп күңел асайыҡ
Бейеп күңел асайыҡ
Йәнтеш мәҙәниәт йортонда балалар өсөн ,,Бейеп күңел асайыҡ,, исемле кисә булып үтте. Ҡыҙыҡлы уйындар менән аралашып барған был кисәлә балалар рәхәтләнеп уйнап, бейеп күңел астылар. Уларға шулай уҡ флешмоб бейеүҙә бик оҡшаны. Бейеү кисәһенең ,,Мисс бейеүсе,, исемен бер тауыштан Шарбанова Илгизә яуланы. Шулай уҡ иң оҫта бейеүсе номинацияһын Иштанов Ильназ, иң дәртле бейеүсе – Бикбова Уралия, иң бәләкәй бейеүсе – Бикбова Әлиә, иң шаян бейеүсе – Ултраков Юламан яуланы.