Баҫыуға концерт менән
Баҫыуға концерт менән
Тракторҙар гөрләйҙәр ҡырҙарҙа,
Хеҙмәттең дәрте бар йырҙарҙа.
Алтын бөртөктәр алына
Комбайн бункерынан.
Рәхәт йәшәйбеҙ тағы ла –
Иртәгә бөгөнгөнән.
Йәнтеш мәҙәниәт йортонда эшләп килгән ,,Ялҡын” агитбригадаһы һәүәҫкәр әртистәре йыл һайын баҫыу эштәре башланғас баҫыуға концерт менән сыға. Быйыл да йәйге эҫелә тирләп-бешеп, ал-ял белмәй эшләгән баҫыу эшсәндәренә ял биреү маҡсатында йөкмәткеле ҙур концерт менән баҫыуға юлландылар.
Мәликә менән Шәүрә Муталоваларҙың “Беләҙек” бейеүе, Ғәлимйән Ултраҡовтың баянда өҙҙөрөп уйнауы, Раушания Байдәүләтованың моңло йыры баҫыу эшсәндәренә бик оҡшаны. Улар үҙ сиратында һәүәҫкәр артистарға рәхмәт әйтеп, көҙ көнө тағы ла килеүҙәрен һорап хушлаштылар.